10 декабрь, Шәмбе

13 май 2014 йыл, 11:49

Республиканан Ҡырымдың Белогорск районына сираттағы автоҡарауан юлланды

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостандан Ҡырымдың Белогорск районына сираттағы автоҡарауан юлланды. Был республикабыҙ халҡынан һәм предприятиеларынан ҡырымдарға өсөнсө гуманитар акция. Колонна составында – торлаҡ-коммуналь хужалығы ихтыяждары өсөн техника: ике сүп-сар ташыу машинаһы, йөк күтәргес, бульдозер, трактор һәм «УАЗ» автомобиле. Рәсәй гражданлығын тиҙ рәсмиләштереү менән бәйле Ҡырым халҡы өсөн тиҫтәләгән компьютер оҙатылды. Шулай уҡ йөк составында биш таҙа тоҡомло башҡорт айғыры.

«Башинформ» агентлығына ҡарауан етәксеһе Илнур Такаев хәбәр итеүенсә, «гуманитар йөк менән автоҡарауан штатлы режимда бара, Һамар өлкәһендә беренсе туҡталышҡа туҡтаныҡ. Миссия ағзаларының кәйефтәре күтәренке. Тоҡомло айғырҙар шулай уҡ үҙҙәрен яҡшы тоя».

Юл оҙон – 2,5 мең километрҙан ашыу. Шуға күрә хайуандарҙың торошон даими контролдә тоталар.

«Бөгөн Белогорск районына ярҙам – ул хәйриә эшмәкәрлеге менән генә бәйле ярҙам түгел. Беҙ бизнес йүнәлеше буйынса үҙ-ара килешеп эш итеүҙе үҫтерәсәкбеҙ. Июндә республика Президенты ҡушыуы буйынса эш даирәләренең барыуы көтөлә. Белогорск районының һәм, бәлки, берәй ниндәй икенсе территорияларҙың иҡтисади потенциалын баһалау, шулай уҡ иҡтисади йүнәлештә ике яҡ өсөн дә отошло булған хеҙмәттәшлекте юлға һалыу өсөн», — тип Башҡортостан юлдаш телевидениеһына комментарий бирҙе Ҡырым Республикаһының Белогорск районына ярҙам күрһәтеү буйынса оператив штаб етәксеһе, Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты башлығы Сергей Новиков.