5 декабрь, Дүшәмбе

13 май 2014 йыл, 10:41

Башҡортостан Президенты подрядсыларға «Өфө – Аэропорт» юлында асфальтты үҙҙәренең иҫәбенә яңынан һалырға ҡушты

автор: "Башинформ"

Башҡортостанда «Өфө – Аэропорт» юлында асфальтты алмаштырыу буйынса эштәр башланды. Трассаның торошо тураһында фекерен журналистар менән осрашыу барышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов әйтте. Төбәк башлығы әйтеүенсә, был юл асфальт-бетон ҡатламын алмаштырыуҙы талап итә ине һәм был эштәр подрядсы иҫәбенә башҡарыласаҡ.

«Аэропорт яғына барғанда, юлдың уң яғы яҡшы торошта, ә һул яғы буйлап колея бара. Ул төҙөүселәрҙең 2,5 километр дауамында юл ҡатламын нормативтарға ярашлы үтәмәүҙәре менән бәйле», — тине Рөстәм Хәмитов.

Асфальт яңы һалынды, әммә тикшереү уның нормативтарға тап килмәүен күрһәтте. Хәҙер подрядсы үҙенең иҫәбенә ремонт эшләйәсәк. Шул уҡ ваҡытта эштәрҙең ҙур өлөшө киске һәм төнгө ваҡытта уҙғарыласаҡ, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.