6 декабрь, Шишәмбе

13 май 2014 йыл, 9:55

Рөстәм Хәмитов: «Яуаплы хеҙмәттәр Башҡортостанда ташҡын барышына прогноз яһауҙы үтәй алманы»

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

12 майҙа БР Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала ташҡындың икенсе тулҡыны, шул иҫәптән гидрометеорология идаралығы һәм БР буйынса һыу ресурстары территориаль бүлеге белгестәре өсөн дә, көтөлмәҫтән үтеп китеүенә иғтибар итте, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

«Гидрометеорологтар ҙа, һыу хеҙмәте лә республика халҡына һәм власть органдарына ташҡындың икенсе тулҡыны көтөлөүе тураһында алдан хәбәр итмәне, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бер нисә ауыл биләмәһен, юлдарҙы һыу баҫты, кешеләр бындай «ҙур һыуҙың» үтеүенә тейешенсә әҙер булманы.  Был хәл республикабыҙ өсөн ныҡ ауыр булмаһа ла, прогноз яһау буйынса әҙерлек эштәре насар үтәлгән».

Башҡортостан Президенты вице-премьер Марат Мәһәҙиевҡа алдағы йылдарҙа ташҡындың үтеүенә әҙерлек буйынса эште системалы башҡарырға ҡушты.

«Ҙур ташҡындың киләһе йылдарҙа ла булыуы ихтимал, тәбиғәт шарттарынан торған был процестың булыуы бик мөмкин», – тине Рөстәм Хәмитов.

«Ҙур һыуҙан» һуң эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса эш барышында хәлде баһалау һәм гидротехник ҡоролмаларҙы, күперҙәрҙе нығытыу, йылға үҙәндәрен таҙартыу һәм тәрәнәйтеү буйынса саралар үткәреү, яр буйҙарында йәшәгән кварталдар янында һаҡлағыс дамбаларҙы төҙәтеү күҙаллана.

Өфө райондарын һыу баҫыу Ағиҙел йылғаһының кимәле 7,05 метрға тиклем күтәрелгәндә башлана. Әлегә ул 6,67 метр тәшкил итә.