8 декабрь, Кесе йома

12 май 2014 йыл, 17:42

Республиканан китаптар Ҡырымдың Белогорск районына оҙатылды

автор: Марина Чепикова

Бөгөн Ҡырым Республикаһының Белогорск районына БР Мәҙәниәт министрлығының эшсе төркөмө юлланды. Улар менән бер үк ваҡытта Башҡортостандан Ҡырымға гуманитар йөк менән өсөнсө ылау юлға сыҡты. Йыйылған китаптарҙы рәсми тапшырыу Белогорск етәкселәре менән осрашыуҙарҙың береһендә үҙәкләштерелгән китапхана системаһында үтәсәк.

Делегация составына БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры урынбаҫары Әлиә Фәтхетдинова инде.

Сәфәр программаһында – Белогорскта урынлашҡан мәҙәниәт һәм сәнғәт объекттарында булыу, район хакимиәте вәкилдәре менән осрашыу. Райондың муниципаль китапханалары хеҙмәткәрҙәре өсөн Белогорск районы халҡын хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл уҙғарыласаҡ, китапханалар эшмәкәрлегенең көнүҙәк йүнәлештәре буйынса методик ярҙам күрһәтеләсәк.

«Беҙ алдан телефон аша коллегалар менән бәйләнешкә индек, посылкаларҙы комплектлаштырыу мәсьәләһе буйынса уларҙың теләктәрен тыңланыҡ. Ҡырымдар өсөн китаптарҙы «Һамар-Эксмо» төбәк дилер үҙәге вәкилдәре бирҙе. Исемлектә 100-ҙән ашыу атама. Ул Бажовтың һәм Горькийҙың әкиәттәре, Барто һәм Чуковскийҙың шиғырҙары, башланғыс мәктәп өсөн хрестоматия һәм хәҙерге заман авторҙары китаптары», — тип һөйләне Әлиә Фәтхетдинова.

Уның әйтеүенсә, Белогорскта бөтәһе 33 китапхана, биш эстетик тәрбиә биреү мәктәбе. Уларҙың төп проблемаһы – биналарҙың техник торошо, уларҙың яртыһы тиерлек әле һаман буржуйка мейестәр менән йылытыла. Интернетҡа тик биш китапхана тоташтырылған, компьютерҙар алтыһында бар.

— Әлбиттә, иң тәүҙә был китапханаларҙы ремонтларға кәрәк. Яңы китаптар бөтә китапханаларға таратыласаҡ, улар республикабыҙ менән Белогорск районы араһында дуҫлыҡ күпере булып торасаҡ, — тип билдәләне Әлиә Фәтхетдинова.