7 декабрь, Шаршамбы

12 май 2014 йыл, 16:55

Төбәк ит малсылығын үҫтереүгә быйыл федераль бюджеттан 44,7 миллион һум аласаҡ

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанға 2014 йылда ит малсылығын үҫтереүгә быйыл федераль бюджеттан 44 миллион 738 мең һум бүленә. РФ Хөкүмәтенең Ит малсылығын үҫтереү буйынса иҡтисади мөһим программаларға ярҙам итеү менән бәйле Рәсәй Федерацияһы субъекттарына сығым йөкләмәләрен финанслауға субсидиялар бүлеү тураһында бойороғо РФ Хөкүмәте сайтында баҫылған.

Федераль бюджетта был маҡсаттарға бөтәһе 1,9 миллиард һум ҡаралған.

1,02 миллиард һум самаһы күләмендә максималь субсидияны быйыл Брянск өлкәһе аласаҡ.

Волга буйы федераль округында ит малсылығын үҫтереүгә субсидиялар шулай уҡ Һамар (90 миллион һум), Ырымбур (64) һәм Һарытау (39) өлкәләренә, Пермь крайына (18,2 млн) һәм Мордовия Республикаһына (15,9 млн) бүленә.