6 декабрь, Шишәмбе

12 май 2014 йыл, 15:51

Латвия башҡорттары Ригала Еңеү көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты

автор: Әлим Фәйезов

Ригала Еңеү көнөндә һуғыш ветерандарын ҡотланылар, бында күмәк кеше ҡатнашлығында масштаблы саралар уҙҙы. Латвияла РФ Илселеге Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо. Конгрестар Йорто эргәһендә хәрби атрибутика һәм «ялан кухняһы» менән палаткалар ҡаласығы йыһазландырылды. Ветерандарҙы һыйлағандан һуң уларҙы Конгрестар Йортоноң концерт залына саҡырҙылар, сәхнәлә Лев Лещенко сығыш яһаны. Сарала 1000-дән ашыу кеше – ветерандар һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе кешеләр, Латвияла РФ Илселеге һәм Мәскәү Йорто хеҙмәткәрҙәре, бер нисә ил дипломаттары, Латвияның төрлө ҡалаларынан ҡунаҡтар ҡатнашты.

Еңеү көнөн байрам итеүҙә Ригала яугир-ҡотҡарыусы һәйкәле янында 150 меңдән ашыу кеше булды. Иртә менән унда рәсми тантаналы саралар уҙҙы: Рәсәй Илселеге, Белоруссия Илселеге һәм Ҡаҙағстан Илселеге ҡатнашыуы менән сәскәләр һалыу. Артабан Рига мэры Нил Ушаков, Рига Думаһы депутаттары һәм йәмәғәт ойошмалары, ҡала эшҡыуарҙары сәскәләр һалды. «Салауат Юлаев» Балтия халыҡ-ара үҙәге бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты.

Үҙәк етәксеһе, Латвияла ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитеты вәкиле Рина Хәмитова Риганың Еңеү көнөнә арналған рәсми сараларҙа ҡатнашты, Латвияла РФ Илселегенән һәм Мәскәү Йортонан байрам сараларында һуғыш ветерандарының ҡатнашыуын ойошторҙо. Йырсы һәм музыкант, Латвияла башҡорт диаспораһының «БАЛ» ансамбле етәксеһе Артур Закиров яугир-ҡотҡарыусы һәйкәле эргәһендәге ҙур концертта хәрби йырҙар башҡарҙы.