4 декабрь, Йәкшәмбе

12 май 2014 йыл, 15:12

Республикала йәйге һауа торошо урынлашасаҡ

автор: Гөлфиә Акулова

Башҡортостанда йылы һәм ҡоро һауа торошо урынлашасаҡ, тип хәбәр итә Башгидромет. Һауаның 12 майҙан алып йылыныуы аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ.

15 майға һауа йәйге күрһәткестәргә – 27-31 градусҡа тиклем йылынасаҡ.

17 һәм 18 майҙа термометр бағанаһы 23-24 градусҡа тиклем төшәсәк, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.

Синоптиктарҙың фаразлауҙары буйынса, майҙың кистәре һалҡын булып ҡаласаҡ. 20 майға ҡырыу төшөү ихтималлығы һаҡлана.

темалар: һауа торошо