7 декабрь, Шаршамбы

12 май 2014 йыл, 14:51

Башҡортостан делегацияһы Ҡырымға мәҙәни хеҙмәттәшлек булдырыу өсөн юлланды

автор: Ләйлә Аралбаева

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы делегацияһы Ҡырым Республикаһының Белогорск районына юлланды.

Сәфәрҙең маҡсаты – мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә төбәк-ара бәйләнештәр булдырыу, Белогорск районы мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының матди-техник базаһы менән танышыу, методик ярҙам күрһәтеү һәм оҫталыҡ кластары үткәреү.

Делегацияны БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова етәкләй.

БР Мәҙәниәт министрлығының төбәк-ара һәм халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы Алһыу Сирғәлина хәбәр итеүенсә, сәфәр программаһында – Белогорск районы хакимиәте етәкселеге менән эш осрашыуы, Халыҡ ижады үҙәгендә, кадеттар балалар музыка мәктәбендә, Белогорсктың үҙәк район китапханаһында, район балалар китапханаһында, Ҡырым-татар китапханаһында булыу.

Июндә үткәрергә күҙалланған «Һабантуй» байрамын ойоштороу буйынса мәсьәләләрҙе өйрәнеү өсөн эш осрашыуы ҡаралған.