5 декабрь, Дүшәмбе

12 май 2014 йыл, 12:56

Михаил Бабич Волга буйы федераль округы халҡын Еңеү көнө менән ҡотланы

автор: Арина Рәхимҡолова

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Волга буйы федераль округы халҡын Еңеү көнө менән ҡотланы.

— Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының батырлыҡтары йылдар үтһә лә ҡартаймай, ул Ватанға, тарихҡа, дөйөм кешелек ҡиммәттәренә мөнәсәбәт менән бәйле айырым мәғәнәгә эйә була.

Ватаныбыҙ өсөн баштарын һалған һәм бөгөнгө байрамға тиклем йәшәп килгән кешеләр алдында баш эйәбеҙ. Бөгөн Еңеү – ышаныслы ҡулдарҙа. Иле менән ғорурланған, ата-бабаларының батырлыҡтарын хөрмәт иткән, үҙ тарихын белгән һәм Ватанын яратҡан яңы быуын малайҙар һәм ҡыҙҙар үҫеп килә.

Һеҙгә һаулыҡ һәм тыныслыҡ, бәхет һәм именлек теләйем. Бөгөн генә түгел, ә тормошобоҙҙоң һәр көнөндә тыуған илебеҙҙә йәшәү, һәр көнгә ҡыуаныу, балалар үҫтереү һәм тәрбиәләү мөмкинлеген биргән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыныслыҡты яҡлап ҡалған ватандаштарыбыҙҙы иҫләргә тейешбеҙ. Һәм был мираҫты һаҡсыл һаҡларға, үҫтерергә һәм Рәсәйҙең йәш быуынына тапшырырға тейешбеҙ, — тиелә РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡотлауында.