11 декабрь, Йәкшәмбе

12 май 2014 йыл, 11:44

Төбәктә хаҡтар үҫеше лидерҙары – кәбеҫтә менән һуған

автор: Эльвира Латипова

Республикала йыл башынан алып хаҡтар үҫеше лидерҙары булып кәбеҫтә менән һуған тора. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, апрелдә уларҙың хаҡы 18,1 һәм 5,4 процентҡа, ә йыл башынан алып 1,9 һәм 1,6 тапҡырға артҡан.

Башҡа йәшелсәләргә хаҡтар 1,4-тән алып (сөгөлдөр) 5,8 процентҡа тиклем (картуф) ҡиммәтләнгән. Емеш-еләктәр һәм цитрус емештәр 0,9 (груша) – 9,2 (виноград) процетҡа ҡыйбатланған.

Бер төркөм социаль мөһим аҙыҡ-түлек тауарҙарына хаҡтар үҫеше дауам итә. Бер айҙа һөт һәм һөт аҙыҡтарына хаҡ 2,7 процентҡа артҡан (йыл башынан алып – 6,4 процентҡа), туңған балыҡ – 2,5 (11,7), аҡ май – 2,2 (7,6). Бынан тыш, апрелдә байтаҡҡа шәкәр ҡомо, дөгө, тары, томат консервалары (2,2-4,3 процентҡа), колбасалар, тауыҡ һәм сусҡа иттәре (1,9 – 3,1 процентҡа) ҡиммәтләнгән.

Шул уҡ ваҡытта ай эсендә өстән бер өлөшкә ҡыярҙар осһоҙая төшкән. 1,1 – 5,7 процентҡа вермишель, йомортҡа, емеш-еләк һуттары һәм апельсиндар арзанайған.

Акцизлы тауарҙарҙан апрелдә тәмәке (6 процентҡа) менән автомобилдәр бензины (1,2-гә) ҡыйбатланған.

Ай эсендә аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар төркөмөндә айырым яҙғы-көҙгө аяҡ-кейемгә, төҙөлөш материалдарына, йорт кәрәк-яраҡтарына, шулай уҡ велосипедтарға һәм автомобилдәргә хаҡ 1,2 – 5,2 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта телерадиотауарҙарға, компьютерҙарға, кәрәҙле элемтә телефон аппараттарына һәм смартфондарға хаҡ төшкән.

Көнкүреш хеҙмәттәрҙән 1,9 – 9,9 процентҡа торлаҡ, көнкүреш техникаһын һәм кейем ремонтлау ҡыйбатланған. Бөҙрәхана, кер йыуыу һәм кейемде химик таҙартыу хеҙмәттәре 1,3 – 5,1 процентҡа ҡиммәтләнгән. Йәмәғәт транспорты хеҙмәттәренең дә хаҡы артҡан. Ҡала-ара автобусында юл хаҡы 8,2 процентҡа, алыҫҡа йөрөгән поездарҙың купе вагондарына 1,3 тапҡырға ҡиммәтләнгән. Страховкалау, почта һәм телеграф элемтәһе хеҙмәттәренең хаҡы 5,3 — 5,4 процентҡа күтәрелгән.

Дөйөм алғанда Башҡортостанда аҙыҡ-түлек тауарҙарына ҡулланыу хаҡтары индексы ғинуар-апрелдә 105,8 процент кимәлендә билдәләнгән, апрелдә – 101,2 процент. Аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға – 101,1 һәм 100,7 процентҡа, хеҙмәттәргә – 103,1 һәм 100,9 процентҡа.

Республикала йыл башынан алып инфляция 3,4 процент тәшкил итте, апрелдә – 0,9 процент.