Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика башлығы Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

Сәйәсәт

9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 69 йыллығына арналған Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.

Паркка ингән ерҙә республика Президентын министрлыҡ һәм ведомстволар, Өфө хакимиәте етәкселәре, депутаттар, ветерандар, йәштәр һәм йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре ҡаршыланы. Почетлы ҡарауыл начальнигы докладынан һуң тынлы оркестр башҡарыуындағы тантаналы музыкаға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың күп милләтле халҡы исеменән Мәңгелек утҡа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә венок һалды.

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарынан һуң метроном тынлыҡ минутын һананы, артабан байраҡсылар, офицер һәм курсанттар тантаналы марш менән үтте. Маршты республика Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, башҡа рәсми кешеләр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡабул итте. Бынан һуң министрлыҡ, ведомстволар һәм Өфө хакимиәте етәкселәре, депутаттар, ветерандар, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскәләр һалды.  

Шулай уҡ республика етәксеһе ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәм Таһир Күсимов бюстарына сәскәләр һалды.

Еңеү паркында Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Шаһиморатовтар ғаиләһе менән аралашты, уларҙың нәҫелендә бына инде дүртенсе быуын хәрбиҙәр. Башҡортостан Президенты ғаилә альбомын ҡараны һәм данлы нәҫел вәкилдәре менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

Тантаналы өлөштән һуң художество үҙешмәкәрлек артистарының концерты башланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть