10 декабрь, Шәмбе

12 май 2014 йыл, 9:59

Башҡортостан Президенты гранттарын 16 иң мөһим ижади проект аласаҡ

автор: Ләйлә Аралбаева

2014 йылда Башҡортостан Президенты гранттарын театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһендә республиканың 16 иң мөһим ижади проекты аласаҡ. Был хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 100 миллион һумлыҡ Республика Президенты гранттары 2013 йылдан алып бүленә. Былтыр уларҙы 14 проект алғайны. 2014 йылда грант ярҙамын алыуға 100-ҙән ашыу дәғүә итеүсе бар.

Конкурс комиссияһының ҡарарына ярашлы, 15-миллионлыҡ гранттарҙы ике мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы алды.

«Нефтсе» мәҙәниәт һарайы «Башҡортостан» дәүләт концерт залының презентацияһын донъя йондоҙҙары ҡатнашлығында үткәрәсәк. Бындай ҙур масштаблы ваҡиға өсөн заманса технологияларҙы ҡулланыу менән «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы бинаһына лазерлы ЗD-проекция ойоштороласаҡ. Шулай уҡ 15 миллионлыҡ грантҡа З.Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы лайыҡ, ул быйыл республика сәнғәт оҫталары һәм БР Йәштәр симфоник оркестрының ореп air форматында концертын ойошторасаҡ.

10 миллионлыҡ гранттарҙы биш дәғүә итеүсе аласаҡ.

Салауат музыка колледжы – айырыуса һәләтле балалар өсөн балалар музыка мәктәбен төҙөүгә; БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге – «Урал-батыр ере» мәҙәни-танып белеү туристик маршрутты әҙерләүгә һәм Бөрйән районында «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығы территорияһында «Башҡорт балы» Халыҡ-ара этнофестивалде ойоштороуға; Башҡорт дәүләт академия драма театры – «М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — спектаклдәрҙә һәм шәхестәрҙә» башҡорт милли театр сәнғәтен презентациялауға; Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле – «Башҡорт йөрәге» халыҡ-ара башҡорт бейеүҙәре фестиваленә; «Башҡортостан» киностудияһы — «Аҡбуҙат» халыҡ-ара милли һәм этник кино фестиваленә, шулай уҡ кино төшөрөү өсөн шарттар булдырыуға.

Республика бюджетынан биш миллион һум «Көснәләр сыңы, гармун дәрте!» программаһын әҙерләүгә һәм урыҫ халыҡ уйын ҡоралдары йәштәр оркестры хәйриә концертын үткәреүгә бүленәсәк. Аҡсаны алыусы – БР Мәҙәниәт министрлығының Мәғариф буйынса республика уҡытыу-методик үҙәге. «Саҡ менән Суҡ» башҡорт риүәйәте буйынса «Һүҙҙәремде ел алып китһен...» нәфис фильмды төшөрөүгә «Студия Аркаим продакшн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шулай уҡ 5 миллион һум ала.

Ике миллион һумлыҡ финанс ярҙамды өс проект аласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Салауат районының мәҙәниәт бүлеге үткәрәсәк, «Йор үҙән» республика этнофестивале. «Йондоҙло Академия» йәш башҡарыусыларға ярҙам итеү буйынса республика музыка-хореография проектын грант аҡсаһына «АртПлюс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторасаҡ. «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәр ансамбле» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма грант аҡсаһына «Сикһеҙ бейеүҙәр» программаһы менән Башҡортостан Республикаһы ҡалалары һәм райондары буйлап гастроль турына сығасаҡ.

Берешәр миллион һум дүрт проектҡа бүленгән.

«Астарта» нәшриәт компанияһы – «Донъя һыҙыҡтар һәм буяуҙарҙа» башҡорт һынлы сәнғәт шедеврҙары каталогын нәшер итеүгә; «АртЛинк» сәнғәткә булышлыҡ итеү фонды — Рәсәй һәм халыҡ-ара сәхнәләрендә «Орлан» этно-джаз ансамбленең «Башҡорт ҡарауаны» программаһын презентациялауға; Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто – «Сәнғәт — балаларға!» белем биреү ойошмалары уҡыусылары өсөн мәҙәни-танып белеү турҙарына; Республика халыҡ ижады үҙәге – «Фолктан алып модернға тиклем» балалар һәм үҫмерҙәр ижадының республика конкурс-фестивален үткәреүгә.

Еңеүсе проекттарға гранттарҙы түләй башлағандар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан.