10 декабрь, Шәмбе

08 май 2014 йыл, 16:23

9 майҙа төбәктә ҡырау төшөүе көтөлә

автор: Розалия Вәлиева

Башгидромет синоптиктары 8 майҙан 9-на ҡарата төндә тупраҡтың минус биш градусҡа тиклем һыуыныуын, ҡырау төшөүен күҙаллай.

9 майҙа көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә, ел үҙгәреүсән, талғын. Республика буйынса төндә һауа температураһы таулы һәм түбән райондарҙа нолдән алып минус биш градусҡа тиклем төшәсәк, көндөҙ 16 градустан алып 21-гә тиклем йылы буласаҡ.

Өфөлә Еңеү көнөндә 18-20 градус йылы көтөлә.

темалар: һауа торошо