8 декабрь, Кесе йома

08 май 2014 йыл, 16:02

Беренсе кварталда Башҡортостан федераль бюджеттан 9 миллиард һум аҡса алған

автор: Эльвира Латипова

Беренсе кварталда Башҡортостанға федераль бюджеттан 9 миллиард һум самаһы аҡса күсерелгән. Төп сумманы – 7,1 миллиард һумды – республика бюджеттан тыш трансферттар формаһында алған, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.

1,6 миллард һум капиталь төҙөлөш объекттарын финанслау өсөн йәлеп ителгән, 540 миллион һум федераль маҡсатлы программалар сараларына йүнәлтелгән.

2014 йылда республика Хөкүмәте 16 федераль маҡсатлы программала һәм Рәсәй Федерацияһының биш дәүләт программаһында ҡатнашыуға заявка биргән.