Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы дикторы Рәсимә Кәримова орденға лайыҡ булды

Мәҙәниәт

Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы дикторы Рәсимә Кәримова «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланды.

Тейешле указға республика Президенты Рөстәм Хәмитов 7 майҙа ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталы хәбәр итә. Документҡа ҡул ҡуйыу киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең һөнәри байрамдары – Радио көнө менән тап килде.

РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Кәримова телевидениеның тәүге дикторы була һәм ул уға 30 йыл ғүмерен арнай. Уның тауышын, йөҙөн һәм йылмайыуын республиканың һәр кешеһе белә. Оҙаҡ йылдар буйына телевидениела даими алып барыусы булып эшләй, һәр көн телевизор ҡараусыларҙы «Өфө һөйләй» һүҙҙәре менән сәләмләй.

Меңләгән тамашасыларға Рәсимә Кәримова алып барған тапшырыуҙар – «Панорама», «Яңы йыл уттары», «Биш йыллыҡ аҙымдары», «Сәнғәт оҫталары», «Йыл миҙгелдәре», «Беҙҙең замандаш», байрам демонстрацияларынан репортаждар, Башҡортостан тураһында «Республика көнөнә» тапшырыуы иҫтә ҡала.

Һуңғы йылдарҙа «Башҡортостан радиоһында» диктор булып эшләй.

Рәсимә Кәримова республика телевидениеһы һәм радиоһының дикторы ғына түгел, ә уның иң сағыу вәкилдәренең береһе, тамашасыларҙың һөйөүен яулап уның тере символы булып тора. Үткән көндәрҙә ул үҙенең юбилейын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть