Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына тағы ла бер һәйкәл ҡуясаҡтар

Йәмғиәт

Борай районында республика парламенты депутаты булышлығы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тағы ла бер һәйкәл ҡуясаҡтар, тип хәбәр иттеләр БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән.

Дәүләт Йыйылышы депутаты, Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Рифғәт Гарданов үҙенең тыуған яғында, Борай районының Яңы Йәлдәк ауылында, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарына һәйкәл ҡуйҙыртасаҡ. Унда фашистар менән һуғышта ҡатнашыусы ошо ауылда тыуған 190 кешенең исеме яҙыласаҡ. Депутаттың әйтеүе буйынса, әлеге ваҡытта барлығы 20 ветеран иҫән.

Һәйкәл ауылдың уртаһында дөйөм белем биреү йорто менән мәсет араһында урынлаштырыласаҡ. Уны Благовар районы скульпторы Александр Плотников эшләгән. Стеланы төҙөгәндә мәрмәр, металл, кирбес, тәбиғи таш файҙаланылған.

Теги: еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть