Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә 34 ветеран ҡаланың юғары наградаларын алды

Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 69 йыллығы алдынан Өфөлә йәшәүсе 34 ветеран ҡаланың юғары наградаһына – Почет грамотаһына һәм «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәһенә лайыҡ. Йола буйынса ветерандарға наградаларҙы депутаттар тапшыра. Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко үҙе дүрт ветеранда булды. Грамота һәм аҡсалата премиянан тыш, уларҙың һәр ҡайһыһы бүләктәр – тонометр, сәскәләр һәм сәйгә татлы ашамлыҡтар кәрзинен алды, тип хәбәр итә ҡала Советының матбуғат хеҙмәте.

Ҡала Советы депутаттары ветерандарға наградаларҙы тапшырыуҙы 8 һәм 9 майҙа дауам итә. Элек бүләкләүҙәр тантаналы шарттарҙа мәҙәниәт һарайҙарында һәм Республика Хәрби Дан музейында уҙа торғайны. Ике йыл элек быға оҡшаш бүләктәр тапшырыуҙы өйҙәрендә үткәрергә ҡарар ителде. Был ҡарар ветерандарҙың йәше һәм һаулығы менән аңлатыла. Сөнки уларҙың күбеһе 90 йәштән өлкәнерәк, ә фронтҡа ҡасып киткән 16 йәшлек малайҙарға кәм тигәндә 85. Уларҙың күптәре өсөн күмәк йыйылыштар, алыҫ юлдар йонсотҡос.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть