Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 69.67 ↓

20 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика музыканттары Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы тураһында йыр яҙҙы

Мәҙәниәт

Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы буйынса үҙ фекерҙәрен Башҡортостан музыканттары белдерә башланы. Ватансылыҡ тулҡынында «Россия своих не бросает» йыры тыуа. Авторҙары – Игорь Фирстов һәм Рим Нуғаев.

Игорь Фирстов (башҡарыусы) йырҙың ни бары ике аҙна элек яҙылыуын билдәләне.

— Минең өсөн был тема бик көнүҙәк, — тип һөйләй Игорь. — Өйөмдә «Россия 24» каналы һәр ваҡыт эшләп тора. Ҡырымда бер тапҡыр булмаһам да, минең ҡарашым йырҙың тексы менән раҫлана, һәр һүҙгә ҡул ҡуя алам. Йырҙы билдәле гитарасы Рәмил Агишев менән студияла сығарҙыҡ, аранжировкаланыҡ. Бэк-вокалды Гүзәл Ғәбитова яҙып алды. Йырҙың премьераһын яҡын ваҡыт эсендә үткәрәсәкбеҙ, уның Бөйөк Еңеү байрамы көндәрендә яңғырауы бик ваҡытлы кеүек күренә.

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге «Сәләм» тапшырыуы эфирында яңы йырға клиптың премьераһы үтте.

Йыр һәм уның авторы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте «Электрон гәзит» биттәрендә уҡығыҙ.

Теги: ҡырым
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть