4 декабрь, Йәкшәмбе

08 май 2014 йыл, 12:50

Башҡортостан халҡы Ҡырымдың Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотланы

автор: Ғәлиә Нәбиева, Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

7 майҙа Ҡырым Республикаһының Белогорск районында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 69 йыллығына арналған тантаналы йыйылыштар үтте. Һәр ветеранға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡултамғаһы менән ҡотлау открыткалары тапшырылды.

«Быйыл ярымутрауҙы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү буйынса Ҡырым һөжүм итеү операцияһының 70 йыллығын билдәләйбеҙ. Был датаның икенсе ысынлап-та тарихи ваҡиға – Ҡырым Республикаһының һәм Севастополь ҡалаһының Рәсәй Федерацияһы составына инеүе менән тура килеүе символиклы. Был аяныслы көндәрҙә Ҡырым халҡы менән бергә һеҙ – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тағы ла бер тапҡыр үҙегеҙҙең тәүәккәллекте, тотороҡлоҡто һәм ватансылыҡты күрһәттегеҙ», — тиелә шефлыҡҡа алынған Ҡырымдың Белогорск районы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм халҡына ебәрелгән Башҡортостан Президенты ҡотлауында.

Бер нисә көн элек Өфөнән Ҡырымға гуманитар йөк менән сираттағы автоколонна килде, уның составында – аҙыҡ-түлектән торған бүләктәр, шулай уҡ ветерандар өсөн йылы жилеттар. Гуманитар посылканы бөтә Башҡортостан йыйҙы.

Бүләктәрҙе Белогорск ҡалаһында, шулай уҡ Зөйә ҡасабаһында үткән тантаналы йыйылыштарҙа тапшырҙылар.

Белогорье ветерандары башҡорт аҙыҡ-түлектәренең сифатын һәм йомарт төрлөлөгөн баһаланы. Бында күренекле башҡорт балы, Шишмә көнбағыш майы, Ҡарламандың ҡуйыртылған һөтө, ҡара бойҙай, кондитер һәм бакалея аҙыҡ-түлектәре. Һәр посылканың ауырлығы – һигеҙ килограмм. Белогорск районы уҡыусылары бүләктәрҙе алып барырға ярҙам итте, шулай уҡ Өфөнән ебәрелгән Георгий таҫмаларын бәйләне.

«Беҙҙең фашизмды еңеүҙе иҫләү – ветерандарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү, ул үҙенән-үҙе биҡ ҡиммәт. Ул тәү сиратта балаларыбыҙҙы һәм ейәндәребеҙҙе, йәштәрҙе тәрбиәләү өсөн бик мөһим», — тиҙәр бер тауыштан Ҡырымда тантаналы йыйылышта ҡатнашыусылар.