Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

2014 йылда 639 ветеран фатир аласаҡ – Башҡортостан Президенты

Йәмғиәт

— Социаль сәйәсәтебеҙҙең иң мөһим өҫтөнлөгө – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына ярҙам итеү. Беҙҙең бурыс – уларҙың һәм ҡайһыһын иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыу, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 69 йыллығына арналған тантаналы кисәлә.

Хәҙер Башҡортостанда алты мең Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 23 меңдән ашыу һуғышта тол ҡалған ҡатын, 52 меңләп тыл хеҙмәтсәне йәшәй. Йыл һайын ветерандар кәмегәндән-кәмей.

Рөстәм Хәмитов һуғышта ҡатнашыусыларҙың торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү төп бурыстарҙың береһе тине.

— Һуңғы өс йылда 5,5 мең самаһы ветеран, шул иҫәптән былтыр 1740 кеше торлаҡ менән тәьмин ителде,— тине республика башлығы. — Быйыл 639 кеше фатир аласаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына беҙҙең бөтә ветерандар ҙа мотлаҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.

Рөстәм Хәмитов өлкән быуын кешеләре менән эш итеүҙә Башҡортостан Республикаһының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ойошмаһы ҙур ярҙам күрһәтә тип билдәләне. «Һеҙҙең ныҡлы ветерандар берләшмәһе социаль ярҙам, өлкән быуын кешеләренең дауалауын һәм ялын ойоштороу буйынса мөһим мәсьәләләрҙе яуаплы хәл итә, өҙлөкһөҙ йәштәрҙең патриотик тәрбиәһе менән шөғөлләнә. Ветерандар ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә буласаҡбыҙ, уларҙың эшенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ».

— Ветерандарҙың үтенестәренә яуап бирәсәкбеҙ. Хатта хәҙер, был залға инеп барғанда ветерандар менән аралаштыҡ, улар миңә ветерандар өсөн республика шифаханаларына йыш ҡына путевкалар булмауына зарланды, — тип һөйләне республика башлығы. — Шифаханалар хаҡтарҙы күтәрҙе. Улар кемдәр ял итергә килеүселәргә иғтибар итмәй. Бындай практика яраҡһыҙ тип иҫәпләйем. Һис шикһеҙ, ветерандарыбыҙҙың ялы өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы ҡарарға кәрәк. Мотлаҡ бының өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть