3 декабрь, Шәмбе

08 май 2014 йыл, 10:27

Рөстәм Хәмитов: «Халҡыбыҙҙың Еңеү көнөнән дә мөһимерәк ваҡиға, юғарыраҡ тантана юҡ»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ветерандарҙы Ҡала мәҙәниәт һарайында уҙған тантаналы йыйылышта Еңеү көнө менән ҡотланы. Һәләк булған геройҙарҙың яҡты иҫтәлеген йыйылған кешеләр бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Рөстәм Хәмитов халҡыбыҙҙың Еңеү көнөнән дә мөһимерәк ваҡиға, юғарыраҡ тантана юҡ тип билдәләне. Ул бөтә донъяға нәҡ илебеҙ, армиябыҙ, халҡыбыҙ нацизмды еңеүен иҫкәртә.

— Нәҡ һеҙ илде тубыҡландырырға бирмәнегеҙ, беҙҙе бер ниндәй ҙә дошман еңә алмауын раҫланығыҙ, — тип мөрәжәғәт итте ветерандарға республика башлығы. — Бөгөн, тиҫтәләгән йылдарҙан һуң, һәр кемдең батырлығын иҫкә алабыҙ, яу яландарында ятып ҡалғандарҙы, лагерҙарҙа ғазапланған, аслыҡтан һәм йәрәхәттәрҙән үлгән кешеләрҙе хәтергә төшөрәбеҙ. Үҙ ғүмерҙәрен биреп илебеҙҙең ирекле һәм бөйөк держава хоҡуғын яҡлаусыларҙы.

Башҡортостан Президенты быйылғы байрамдың үҙенсәлеген билдәләне.

— 2014 йылдың яҙы Рәсәй өсөн, һеҙҙең менән беҙҙең өсөн үҙенсәлекле булды. Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәй менән ҡушылыуы яңы тарихта иң мөһим ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде, — тине Рөстәм Хәмитов.

Немец-фашист илбаҫарҙарынан Ҡырым ярымутрауын азат итеүҙең 70 йыллығында Еңеүебеҙҙе ҡабаттан бергәләп байрам итәүебеҙ символиклы.

— Был ваҡиға беҙҙе тағы ла берҙәмерәк, көслөрәк, илебеҙ өсөн ғорурыҡ итте. Рәсәй бөтә донъяға халыҡтар берҙәмлеге көсөн, уның татыулыҡта йәшәү ынтылышын, үҙенең хаҡлы позицияларын ныҡлы яҡлап ҡалыу һәләтен күрһәтте, — тип билдәләне төбәк башлығы.

Рөстәм Хәмитов Советтар Союзының күп кенә республика һәм өлкә яугирҙары Украина һәм Ҡырымды дошмандан ҡотҡарыуын иҫкә төшөрҙө. Ҡырым күгендә ҡурҡыу белмәй алышҡан летчиктар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа булды – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова.

Севастополдә Малахов ҡурғанында Советтар Союзы Геройы артиллерист Тазетдин Ғиләзетдинов батырлыҡ күрһәтә. Николаев эргәһендә Украина ерендә, Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлап, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин дошман дзотының амбразураһын ҡаплай. Легендар 112-се Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы Украинаның ҡала һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша.

— Киевта 9 майҙы байрам итмәүгә асыуланған күпселек Украина халҡының хаҡлы асыуын аңлайбыҙ. Тағы мыҫҡыллыраҡ һәм мәғәнәһеҙерәк нимә булыуы мөмкин? Киевта власты тартып алған милләтселәр законһыҙлыҡ менән килешергә теләмәгән тыныс халыҡҡа ғәскәрҙәр һәм техникалар йүнәлтә. Быны тик үҙ халҡыңа ҡаршы һуғыш тип ҡарарға була, — тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов, республика халҡы бөтә рәсәйлеләр кеүек был енәйәттәрҙе яманлай, законлы власты һайлауға, тыуған телгә һәм мәҙәниәткә, тыныс һәм ғәҙел тормошҡа үҙ хоҡуғын яҡлаусы туғандаш Украина халҡын яҡлай, тип билдәләне.