5 декабрь, Дүшәмбе

07 май 2014 йыл, 17:18

Әсәлек капиталы менән ипотека буйынса проценттарҙы түләргә рөхсәт иттеләр

автор: Эльвира Латипова

Бынан алып әсәлек капиталы средстволары менән торлаҡ заемдары буйынса төп бурысты һәм проценттарҙы түләргә мөмкин. РФ Хөкүмәтенең «Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға әсәлек (ғаилә) капиталы средстволарын (средствоның өлөшөн) йүнәлтеү Ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы тейешле Ҡарары шаршамбы көнө Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.

Шул уҡ ваҡытта заем килешеүен кредит, микрофинанс ойошмалары, кредит ҡулланыусылар кооперативтары йәки ипотека килешеүе буйынса заемдар биреүсе ойошмалар менән төҙөргә мөмкин тип билдәләнә документта.