10 декабрь, Шәмбе

07 май 2014 йыл, 15:09

Стәрлетамаҡ районында меңдән ашыу «Георгий таҫмаһын» тараттылар

автор: Әлим Фәйезов

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районы ауыл биләмәләрендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөнә арналған «Георгий таҫмаһы» акцияһының беренсе этабы уҙҙы.

Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 50 йәш волонтер ауылдарҙа, Бөйөк Еңеү тураһында иҫтәлек символы һәм донъяны фашизмдан ҡотҡарған ветерандарға мәңгелек хөрмәт күрһәтеү билдәһе булған, ҡара менән ҡыҙғылт-һары төҫтәге һыҙаттарҙан торған таҫмаларҙы таратты. Акция бер үк ваҡытта 20 ауыл биләмәһендә старт алды. Ике сәғәт эсендә йәш гвардиясылар меңдән ашыу таҫма таратты. Акцияның һуңғы этабы 9 майҙа Рощинский ауылының иҫтәлекле стелаһы эргәһендә үтәсәк – әҙәби-музыкаль композиция, митинг һәм сәскәләр һалыу.

Акция «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе ярҙамында үтә.