5 декабрь, Дүшәмбе

07 май 2014 йыл, 14:46

Иң яҡшы башҡарыусыларҙы Ҡурай байрамында ҡатнашырға саҡыралар

автор: Ләйлә Аралбаева

30-31 майҙа Октябрьскийҙа Мәҙәниәт йылына арналған республика Ҡурай байрамы үтәсәк.

Байрамды ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм БР Ҡурайсылар союзы.

Байрам ҡурайҙы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә пропагандалау һәм популярлаштырыу, башҡорт халыҡ ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлау һәм артабан да үҫтереү маҡсатында уҙғарыла.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам сиктәрендә яңғыҙ башҡарыусылар һәм ансамблдәр конкурсы үтәсәк. Шулай уҡ ансамблдәр ҡатнашыусылары һәм етәкселәре өсөн ижади лаборатория ойоштороу ҡаралған.

Бәйгеселәрҙең сығыштарын билдәле ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ сәнғәтен яҡшы белеүселәр, Ҡурай байрамы конкурсының Гран-при яулаусылары баһалаясаҡ.

Икенсе турға үткән ҡурайсылар башҡорт фольклорының алтын фондын тәшкил иткән 80-дән кәм булмаған халыҡ йырҙарын белергә тейеш.

Һығымтала конкурс еңеүселәре билдәләнәсәк, махсус бүләктәр ҙә ҡаралған – һирәк башҡарыла торған мелодияны табыу өсөн, традицион башҡарыу мәҙәниәте менән ҡулланған өсөн, башҡарыу традицияларының үҙенсәлеген үтәү өсөн, шулай уҡ иң кесе һәм иң өлкән ҡатнашыусыларға.

Байрамда ҡатнашыуға заявкалар 20 майға тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге. Телефон/факс: (347) 289-65-50, электронадрес: gukrcnt@mail.ru, Эльвира Әхмәтйәнова.