Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда һуғыш ветерандары өсөн милеккә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе сроктарын ҡыҫҡарттылар

Йәмғиәт

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ташламалы шарттарҙа күсемһеҙ милеккә үҙ хоҡуҡтарын теркәй ала. «Росреестр»ҙың республика буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, бөтә һуғыш ветерандары, уларҙың исеменән ышаныс ҡағыҙы буйынса эшләүсе һәм раҫусы документтарҙың күсермәһен күрһәтеүселәр өсөн күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе һәм уның менән килешеүҙәрҙе үткәреү срогы биш эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартылған, ә күсемһеҙ миллеккә һәм уның менән килешеүҙәргә Хоҡуҡтарҙың берҙәм дәүләт реестрында булған мәғлүмәттәрҙе биреү срогы – ике эш көнөнә тиклем.

Акцияның ваҡыты сикләнмәгән һәм уның менән «Росреестр» идаралығы офистарына, Федераль кадастр палатаһы филиалдарына, шулай уҡ республиканың Күп функциялы үҙәктәре операция залдарына мөрәжәғәт иткәндә файҙаланып була, тип аңлаттылар ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть