11 декабрь, Йәкшәмбе

07 май 2014 йыл, 10:45

Рөстәм Хәмитов: «Республикабыҙҙа эшләүсе банктар етерлек кимәлдә ышаныслы һәм көслө»

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

«Республикабыҙҙа эшләүсе банктар етерлек кимәлдә ышаныслы һәм көслө», шул иҫәптән бөгөн «төрлө-төрлө ғәйбәттәр ташланған» банктар ҙа. Был хаҡта шишәмбе көнө журналистар менән осрашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Башҡортостан Республикаһы банктарында аҡсаларын һаҡлаусы республика халҡына банктар тотороҡло, ныҡлы һәм зинһар өсөн имеш-мимеш һүҙҙәргә ышанмағыҙ тип әйтәһем килә. Ижтимағи хәлде «ҡаҡшатыр» өсөн махсус эш алып барған кешеләр бар, — тине Рөстәм Хәмитов, «теләһе ҡайһы, хатта юҡҡа сыҡҡан бәләкәй генә банк — ул бының арҡала зыян күргән финанс системаһы һәм кешеләр өсөн ҙур мәсьәлә» тип өҫтәп.

Республика Президенты әйтеүенсә, һуңғы өс-дүрт йылда «банк системаһы эшенең яңы сифаты» өлгәшелде – бында эшләүсе банктар Башҡортостан үҫешенә күберәк өлөш индерә башланы, шуның менән «республикабыҙ файҙаһына позитив сальдо» тәьмин итә.

— Үҙемә килгәндә, аҡсамды беҙҙең республика банктарында һаҡлайым, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. — Беренсе көн эшләй башлағандан алып республика банктары көслө булырға тейеш тип белдерҙем. Уларҙың ышаныслылығын, тотороҡлолоғон нығытыу өсөн үҙ эшемдә бар көсөмдө һалам... Үҙ банк системаһына эйә булыу беҙгә бик мөһим. Сөнки был банктар ысынлап та республика иҡтисадына эшләй.

Бер нисә банктарҙың лицензияларын тартып алыуға комментарий биреп, Рөстәм Хәмитов, был кредит ойошмалар «тулы кимәлдә беҙҙең республика банктары түгел», миҫалға, АФ Банк Ҡаҙағстан системаһының өлөшө ине, тип белдерҙе.