5 декабрь, Дүшәмбе

07 май 2014 йыл, 9:58

Өфөнөң Урмансылар паркын төҙөкләндереүгә 50 миллион һум бүленгән – Башҡортостан Президенты

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин, Виолетта Әхмәтшина

Өфөлә Урмансылар паркын төҙөкләндереүгә бюджеттан тыш аҡсаларҙан 50 миллион һум бүленгән, улар был йәй дауамында үҙләштереләсәк, тип белдерҙе шишәмбе көнө журналистар менән осрашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. Республика башлығы был мәсьәләне үҙ контроленә алыуын билдәләне. 2015 йылдан алып ике-өс йыл дауамында бында кешеләр өсөн заманса, яҡшы парк эшләнергә тейеш. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов өфөлөләрҙе был парк биләмәһен тәртипкә килтереүҙә ҡатнашырға саҡырҙы.

Парк зоналары тураһында һөйләгәндә, республика башлығы, Өфөлә 20 мең гектар ер бар һәм бер генә яҡшы парк та юҡ, тип билдәләне.

— Бысратылған, ҡаҙылған территориялар, гараждар, ниндәйҙер мөгәрәптәр менән тултырылған ҡаралмаған урмандар, емерелгән һуҡмаҡтар. Кешеләр спорт менән шөғөлләнерлек урындар юҡ. Байрам көндәрендә – 2 һәм 3 майҙа – шәхси рәүештә парк тип йөрөтөлгән биләмәләрҙе ҡарап сығырға булдым. Ундағы хәл ҡот осҡос. Урмансылар паркы биләмәһендә булдым – Өфө үҙәгендә Салауат Юлаев проспекты һәм Менделеев урамы араһында 100 гектар ер катастрофик хәлдә. Унда урман насар түгел, әммә ҡартайған. Бысраҡ, сүп-сар, тағы ла шул юлдарҙың булмағанлығы. Зверинец тип йөрөтөлгән ҡырағай йәнлектәрҙе күрһәтеү урынын ҡараным. Бахыр хайуандар, уларҙы кешеләргә күрһәтмәһәләр яҡшыраҡ булыр ине, улар ниндәй хәлдә, бөтә ялан кәртәләр һәм вольерҙар ниндәй торошта. Был бик борсоулы күренеш.

«Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Нефтекама һәм республиканың башҡа ҡалалары биләмәләрендә кисектермәйенсә яңы заманса парктар булдырыуға тотонорға» кәрәк, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

— Ҡалаларҙа ғына түгел, ә ауылдарҙа, ауыл биләмәләрендә ла кешеләр үҙҙәрен уңайлы тойһон, ял итһен, балалары менән ваҡыт уҙғарһын өсөн территориялар эшләргә кәрәк. Комфорт биләмәләрен булдырыу зарур. Бындай программаны яҡын ваҡыт эсендә ҡабул итәсәкбеҙ һәм уны үҙем контролдә тотасаҡмын, сөнки ошондай территорияларҙың булыуынан ҡалаларыбыҙҙа һәм ауылдарыбыҙҙа йәшәгән кешеләрҙең кәйефе тора.

темалар: бр президенты