Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

9 майҙа Өфө күген сағыу фейерверк биҙәйәсәк

Йәмғиәт

9 майҙа Өфө күген сағыу фейерверк биҙәйәсәк. Байрам салюты Ленин майҙанында 23 сәғәттә үтәсәк.

Киске сәғәт алтыла майҙанда Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығына арналған концерт башланасаҡ. Әммә быйыл өфөлөләр халҡы һәр йыл уҙғарылып килгән парадты күрмәйәсәк.

— Йыл һайын уны үткәреп булмай, — тине Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. — Парадты киләһе йыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнап ойошторорға ҡарар ителде. Уға әҙерлек 9 майҙан һуң башланасаҡ.

Байрам саралары был көндө баш ҡаланың бөтә райондарында ла уҙасаҡ.

Һуғыш ветерандары, уларға тиңләштерелгән кешеләр һәм тыл хеҙмәтсәндәре байрам хөрмәтенә иҫтәлекле бүләктәр, аҙыҡ-түлек йыйылмалары һәм традицион кейемдәр – яулыҡтар, джемперҙар һәм пледтар аласаҡ.

Теги: еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть