4 декабрь, Йәкшәмбе

06 май 2014 йыл, 17:25

«Ирәндек моңдары» башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы заявкалар йыя

автор: Ләйлә Аралбаева

22 майҙан алып 24-нә тиклем Сибайҙа «Ирәндек моңдары» тѳбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы уҙғарыла.

Конкурстың ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай хакимиәте.

«Ирәндек моңдары» башҡорт йыр сәнғәтен пропагандалау һәм талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарыла.

Конкурстың бурыстары: халыҡ башҡарыусанлығы традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү; башҡорт фольклорының боронғо ҡатламдарын тергеҙеү; республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттар менән төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү.

Конкурста 35 йәшкә тиклемге үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнаша ала. Башҡарыусылар 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге ике төркөмгә бүленә.

БР Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бәйгеселәр төрлө номинацияларҙа (оҙон көй, ҡыҫҡа көй) көс һынаша ала. Ике номинацияла ла ҡатнашыусы йырсылар «Ирәндек моңдары» конкурсы еңеүсеһе булырға күберәк мөмкинлеккә эйә.

Көс һынашыусылар башҡарылған әҫәрҙәрҙең тарихын белергә тейеш, һирәк яңғыраған фольклор өлгөләре хуплана.

Төбәк-ара конкурс сиктәрендә ғалим-фольклорсылар һәм билдәле халыҡ йырсылары менән осрашыуҙар, башҡорт вокалы буйынса ижади лаборатория ҡаралған.

Конкурс жюриһы составына ғалим-фольклорсылар, Башҡортостан Республикаһының күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары, Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре инә.