8 декабрь, Кесе йома

06 май 2014 йыл, 16:28

Төбәктә шәкәр сөгөлдөрөн һәм көнбағышты сәсә башланылар

автор: Эльвира Латипова

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың 14 районында шәкәр сөгөлдөрөн, 25 районында көнбағышты сәсә башланылар, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, шәкәр сөгөлдөрө 5 765 гектарҙа сәселгән, ул ошо техник культураға бүленгән майҙандың 12 процентын тәшкил итә. Көнбағыш әле 15 574 гектарҙы биләй – дөйөм республика планының ете проценты. Бөгөн техник культураларҙы сәсеү менән Миәкә, Баҡалы, Ейәнсура, Бишбүләк һәм Көйөргәҙе райондары әүҙем шөғөлләнә.