6 декабрь, Шишәмбе

06 май 2014 йыл, 15:41

Баш ҡала Еңеү байрағын ҡабул итте

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: автор

Дәүләт-ара Герой-ҡалалар союзынан Еңеү байрағын тантаналы рәүештә Өфөгә тапшырҙылар. Акция бөгөн, 6 майҙа, Еңеү паркында Мәңгелек ут эргәһендә үтте. Еңелмәҫ Рәсәй символына хөрмәт күрһәтергә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, патриотик клубтар ағзалары, власть органдары вәкилдәре килгәйне. Еңеү Байрағын ҡала хакимиәте башлығы ҡабул итте.

Йыйылғандар алдында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың летчик-космонавты, авиация генерал-майоры, Дәүләт-ара Герой-ҡалалар союзы рәйесе Виктор Горбатко сығыш яһаны.

— Шул ваҡытта Советтар Союзы территорияһында йәшәгән кешеләр был Еңеү өсөн бар тырышлығын һалды. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында булған барыһы ла Еңеү яуланы. Әммә Еңеү тылда техника, хәрби припастар, самолеттар, танктар эшләүсе кешеләрҙең дә хеҙмәте менән ҡойолдо. Бөгөн еңеү яулаған, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында баштарын һалған кешеләрҙе иҫкә алабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Виктор Горбатко.

Артабан Байраҡты Ленин исемендәге майҙанға алып килделәр, бында «Үлемһеҙ полк» бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Ветерандарҙы, олатайҙарын, ҡарт олатайҙарын иҫләгән һәм хөрмәт иткән бөтәһе лә һалдаттарҙың фотолары менән «Үлемһеҙ полк» колоннаһына баҫты. Уҡыусылар яуҙа ҡатнашҡан ҡарт өләсәйҙәренең һәм ҡарт олатайҙарының фотолары менән Ленин майҙаны буйлап үтте.

Шунда уҡ уҡыусылар өсөн уҙғарылған «Мин — Бөйөк ил гражданы» Өфө мәғариф-патриотик проектты  еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләнеләр. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы активистары майҙанда Георгий таҫмаларын таратты. Берләшмә ағзалары Бөйөк Еңеү байрамы алдынан бындай акцияны республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ла уҙғарҙы.

«Мин — Бөйөк ил гражданы» акцияһы ойоштороусыһы – Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Иҫке Кремль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Александр Дегтев һөйләүенсә, проектта 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Үҙ эштәрен ҡаланың бөтә уҡыусылары ла тиерлек ебәргән.

— Бөгөн Өфөлә барған бөтә саралар ҙа үҙ-ара бәйләнгән. «Үлемһеҙ полк» акцияһы – ул быуындар бәйләнеше. Һуғышҡан һәм бөгөн арабыҙҙан киткән ҡарт өләсәйҙәр һәм ҡарт олатайҙар – беҙҙең йөрәктәрҙә, беҙҙең хәтерҙә. Бөгөн уларҙың фотолары балаларҙың ҡулдарында һәм был быуындарҙы берләштерә. Киләһе йылға балаларҙың ижади эштәре конкурсы дөйөм ҡала кимәленән республика күләменә тиклем үҫәсәк тип ышанам, — тине Александр Дегтев.

— Тәбиғәтебеҙҙе фотоға төшөрөргә ныҡ яратам. Үҙем бик матур урындан – тайганан. Хәҙер Өфөлә йәшәйем, әммә йыш ҡына тәбиғәткә сығам, матур урындарҙы төшөрәм. Был хоббины ғүмерлеккә һаҡлағым килә, — тип тәъҫораттары менән уртаҡлашты конкурстың «Фото» номинацияһы еңеүсеһе Ольга Михайлова.

Бөтә призерҙар ҙа Виктор Горбатконан лайыҡлы бүләктәр алды. Шулай уҡ наградаларға конкурстан тыш эштәрен ебәргән ҡаланың балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә лайыҡ булды.