10 декабрь, Шәмбе

06 май 2014 йыл, 14:56

Өфө 22 мең гектар урманға байыясаҡ

автор: Екатерина Соколова

22 мең гектар урман июндә Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡарамағына күсәсәк. Был хаҡта ҡала мэрияһының оператив кәңәшмәһендә билдәле булды. Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡала ниһәйәт урмандарҙы тейешле тәртипкә килтереп тота аласаҡ тип билдәләне.

Күсереү республика парламентарийҙары «Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы законға үҙгәрештәр ҡабул иткәндән һуң мөмкин булды. Әлегә тиклем муниципалитет Өфөлә урынлашҡан урман участкаларына идара итә алманы.

Хәҙер ҡала етәкселеге йәшел зоналарҙы тәртипкә килтерергә һәм уларҙы заманса ял итеү урындары итеп эшләргә ниәтләнә. Экологтар, үҙ сиратында, урман участкаларында төҙөлөш башланыу ихтималлығына хәүефләнә.