Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Белорет районында янғындан бер гектарҙан ашыу урман зыян күрҙе

Йәмғиәт

Белорет районында беренсе урман янғыны сыҡты. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бында янғындан урман менән ҡапланған 1,4 гектар майҙан зыян күрҙе. Түбәндә булған янғынды һүндереүҙә 12 кеше һәм ике берәмек техника йәлеп итеп шул уҡ көндө һүндереп булды. Янғын сәбәптәре әле асыҡлана.

Был республикала дүртенсе урман янғыны. Бөтә урман янғындарының дөйөм майҙаны 9,94 гектар тәшкил итте. Ә ошо янғындың уртаса майҙаны 2,5 гектарға тиң.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге урман янғыны Балаҡатай районында 3 апрелдә, башҡа икәүһе 21 һәм 23 апрелдә Дәүләкән һәм Ғафури райондарында ауыл хужалығы үрте һәм халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡулланыуы арҡаһында сыға.

Әлеге ваҡытта урман фонды биләмәһендә янғындар юҡ, тип билдәләнеләр Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтендә.

Урманда йәки уның эргә-тирәһендә янғын күреп ҡалған осраҡта урман һағының 8-800-100-94-00 берҙәм бушлай телефонына шылтыратырға кәрәк. БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть