7 декабрь, Шаршамбы

06 май 2014 йыл, 12:45

Ирек Ялалов: «100 мең һум күләмендә штраф юридик шәхес өсөн – ул әҙ»

автор: Екатерина Соколова

Өфөлә ҡала төҙөклөгө ҡағиҙәләрен боҙоусылар өсөн штрафтарҙы арттырасаҡтар. Был хаҡта мэрияла оператив кәңәшмәлә баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хәбәр итте.

— Йылдан-йыл – бер үк ҡағиҙә боҙоусылар, — тип белдерҙе мэр. — Шуның өсөн ҡалала яуыз боҙоусыларҙың реестрын ойоштороу зарур. Штрафтар ысын булырға тейеш, ә шартлы түгел. 100 мең ул әҙ тип уйлайым. Бөтәһенең дә Европала йәшәге килә, ә бының өсөн бер кем ҡыл да ҡыбырҙатмай.

Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа төҙәтмәләр проектын БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары әҙерләйәсәк.

Күрше ҡалаларҙы – Ҡазанда һәм Екатеринбургта юридик шәхестәр өсөн штрафтар 100 мең һумға тиклем. Практика күрһәтеүенсә, бындай санкциялар ҡаланың тышҡы күренешенә ыңғай тәьҫир итә.