Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге буйынса Рәсәйҙең төбәктәр-лидерҙар бишлегенә инде

Иҡтисад

Башҡортостан аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге кимәле буйынса Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү һәм Төмән өлкәләре, Хабаровск крайы менән бер рәттән Рәсәйҙең төбәктәр-лидерҙар бишлегенә инде. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Аграр тикшеренеүҙәр үҙәге мәғлүмәттәренә таянып Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Эксперттарҙың фекеренсә, дөйөм алғанда Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге юғары, әммә төбәктәр яғынан ҡарағанда күренеш байтаҡҡа айырыла.

Хәлде анализлағанда белгестәр халыҡ-ара практикала ҡабул ителгән, әммә илебеҙҙә файҙаланылмаған тиерлек критерийҙарға таянған. Төбәктәрҙең аҙыҡ-түлек тауарҙары менән үҙ тәьмин ителгәнлеге генә түгел, ә төрлө халыҡ ҡатламы өсөн уны һатып алыу ҙа иғтибарға алынған. Төрлө төбәктәрҙә аҙыҡ-түлектең арзанлығын баһалағанда эксперттар кешеләрҙең туҡланыуға уртаса сығымдары менән рациональ продукттар йыйылмаһын сағыштырған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть