8 декабрь, Кесе йома

05 май 2014 йыл, 18:36

Сәсеү алдынан тупраҡты эшкәртеү 72 процентҡа тамамланған

автор: Эльвира Латипова

Аграрийҙар Башҡортостанда дым ҡаплауҙы 684 мең гектар майҙанда башҡарған, ул сәсеү алдынан эшкәртә торған бөтә һөрөнтө ерҙең 72 проценты. Республиканың 11 районы дым ҡаплауҙы тулы күләмдә тамамлаған. Был хаҡта, төбәктең Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә таянып, БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу дауам итә. Был эш республика баҫыуҙарында 61 (202,1 мең гектар) һәм 48 (80,7 мең гектар) процентҡа үтәлгән.