4 декабрь, Йәкшәмбе

05 май 2014 йыл, 19:30

Өфөлә «Аҡбуҙат» ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙың фестивале октябрҙә үтәсәк

автор: Ләйлә Аралбаева

Өфөлә студенттар өсөн үткәрелгән «Аҡбуҙат» I Бөтә Рәсәй ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивале октябрҙә үтәсәк.

Кинофестиваль студенттарҙы ижадҡа ынтылырға һәм юғары уҡыу йорттары тормошонда әүҙем ҡатнашырға, йәш ижади коллективтар һәм ойошмалар араһында һөнәри һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә һәм нығытыуға, йәштәр мөхитендә идеялар менән алмашыуға тәьҫир итергә, ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөргәндә практик тәжрибә алыуға студенттарҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

Кинофестивалдә ижади йәштәр – 18 йәштән алып 25 йәшкә тиклемге урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнаша.

Фестиваль еңеүселәрен дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләйәсәктәр.