11 декабрь, Йәкшәмбе

05 май 2014 йыл, 17:20

«Юлдаш» радиоһы – Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһы

автор: Эльмира Сабирова

Радио тапшырыу өлкәһендә «Radio Station Awards-2014» Бөтә Рәсәй премияһына тауыш биреү тамамланды. «Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһы» номинацияһында еңеүсе тип «Юлдаш» радиоһы танылды, уның өсөн радио тыңлаусылар 48526 тауыш биргән. «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының баш мөхәррире Тәнзилә Үлмәҫбаева бөтә тыңлаусыларға ла ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтте.

Премияның сайтында хәбәр ителеүенсә, премия тапшырыуға йәмәғәт тауыш биреүҙә бөтә Рәсәйҙән 160 радиостанция дәғүә итте. Ҡатнашыусылар исемлегендә Ватан радиотапшырыуҙар лидерҙары – «Русское Радио», «Ретро ФМ», «Вести ФМ» ғына түгел, ә бик күп төбәк радиостанциялары ла бар.

Улар 25 номинацияла ярышты һәм «Иң яҡшы халыҡ радиостанцияһы», «Иң яҡшы интернет-радиопортал», «Иң яҡшы рок-радиостанция», «Иң яҡшы музыка-мәғлүмәт радиостанцияһы» һәм башҡа исемдәргә көс һынашты.

Был премияның лауреаттары – үҙ категорияларында заманса формат талаптарына һәм радиотапшырыу сифаттарына яуап биреүсе илдең иң яҡшы радиостанциялары.

Бөтә еңеүселәр ҙә рәсми бүләкләү тантанаһында 30 майҙа иғлан ителәсәк һәм сайтта 1 июндә баҫыласаҡ.