10 декабрь, Шәмбе

05 май 2014 йыл, 16:33

Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре 42 район баҫыуҙарында бара

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре 42 район баҫыуҙарында бара. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгә 136 мең гектарҙа иген сәселгән, ул планлаштырылған күләмдән ете процент тәшкил итә. Уларҙан 115 мең гектары (киләсәк бөтә «икмәк» баҫыуының туғыҙ проценты) – иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҙғы сәсеүҙең иң юғары темптарына, райондың яҙғы сәсеү планын 30 процентҡа үтәп, Дүртөйлө хужалыҡтары эйә.

Яҙғы культураларға бүленгән майҙандың 13-17 процентын Баҡалы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко һәм Саҡмағош райондары сәскән.