4 декабрь, Йәкшәмбе

05 май 2014 йыл, 15:45

9 майҙа Өфөнөң йәмәғәт транспорты төнгө сәғәт бергә тиклем йөрөйәсәк

автор: Эльвира Латипова

9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспортының эше Ленин исемендәге майҙандан алып бөтә йүнәлештәр буйынса 01.00-гә тиклем оҙайтыласаҡ, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 69 йыллығына арналған байрам сараларын һәм фейерверкты үткәреү менән бәйле.

Байрам тамамланыу менән өфөлөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын автобустар «1-се гимназия-интернат» туҡталышында һәм Көньяҡ тыҡрығында көтәсәк. Троллейбустар ҡаланың төньяҡ йүнәлешенә «Дәүләт циркы» туҡталышынан һәм көньяҡ өлөшө яғына «1-се гимназия-интернат» туҡталышынан китәсәк.

Бынан тыш, Еңеү көнөнә арналған, Өфө хакимиәтенең һәм «Молодежная газета» редацияһының бүләктәренә 66-сы еңел атлетика эстафетаһын үткәреү ваҡытында иртәнге сәғәт 10-дан алып төшкө икегә тиклем Өфөлә йәмәғәт транспортының хәрәкәте үҙгәрәсәк. 228, 230, 249, 262к, 279, 272-се маршрут автобустар Ленин, Коммунистик, Арал урамдары буйлап; 226, 290, 255-се – Ленин, Коммунистик, Ғафури урамдары буйлап (Телеүҙәккә тиклем); 202, 242, 252, 256, 266-се — Ленин, Коммунистик, Ғафури, Красин урамдары буйлап; 207, 214, 219а, 234, 285-се – Ленин, Коммунистик, Карл Маркс, Свердлов урамдары буйлап; 257к, 277, 280, 284-се — Октябрҙың 50 йыллығы, Цюрупа урамдары буйлап ике яҡ йүнәлештә лә йөрөйәсәк.