10 декабрь, Шәмбе

05 май 2014 йыл, 15:15

Төбәктә йылытасаҡ, бер аҙ ямғыр яуасаҡ

автор: Гөлфиә Акулова

6 майҙа республикала температураның күтәрелеүе һәм бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге. Һауа температураһы 23 градусҡа тиклем йылынасаҡ.

7 майҙа шулай уҡ көндөң аяҙлы-болотло булыуы, яуым-төшөм яуыуы күҙаллана.

Башҡортостан Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә аҙ болотло һауа торошо 8 майҙан алып 10-на тиклем һаҡланасаҡ. Был көндәрҙә көндөҙгө температура плюс 11 градустан алып 21-гә тиклем үҙгәрәсәк.

9 майҙа синоптиктар шулай уҡ һауа торошоноң аяҙ тороуын вәғәҙәләй, көндөҙ температура плюс 14 тәшкил итәсәк, кискә һауа 20 градусҡа тиклем йылынасаҡ.