Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Белогорск районы ветерандары Башҡортостандан аҙыҡ-түлек тултырылған пакеттар аласаҡ

Йәмғиәт

1500 һуғыш ветераны һәм уларға тиңләштерелгән кешеләр Еңеү көнөндә Белогорьеға еткерелгән аҙыҡ-түлек пакеттары аласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Республиканың агросәнәғәт предприятиелары Белогорск районы ветерандарын 9 май байрамы менән ҡотлау идеяһын хупланы.

БР Ауыл хужалығы министрлығы был төбәккә ярҙам итеү сараларына ведомстволар араһында беренселәрҙән булып ҡушылды. Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре, бер төркөм ауыл хужалығы ойошмалары үҙҙәренең бер көнлөк эш хаҡын күсерҙе, ә республиканың алдынғы эшкәртеүсе һәм аҙыҡ-түлек предприятиелары Ҡырым халҡына гуманитар ярҙам әҙерләүҙә ҡатнашты. «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиеһы базаһында аҙыҡ-түлек йөгө партияһын йыйҙылар: ул төрлө-төрлө ярмалар, макарондар, шәкәр ҡомо, киптерелгән һәм ҡуйыртылған һөт, үҫемлек майы, быҡтырылған ит, консервалар, он, бал. Барлығы 36 тонналап продукция, улар ике ауыр йөклө машинала Ҡырымға оҙатылды.

Бөгөн, 5 майҙа, Башҡортостан шефлыҡҡа алынған районға тоҡомло айғырҙар партияһын ебәрәсәк, улар махсус рәүештә республиканың тоҡомло хужалыҡтарынан һайлап алынған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Белогорск районы Ҡырымда берҙән-бер ҡымыҙ етештереүсе район.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть