10 декабрь, Шәмбе

05 май 2014 йыл, 9:21

Стәрлетамаҡта йылғалар кимәленең кинәт күтәрелеүе көтәлә

автор: Ғәлиә Нәбиева

4 майҙан алып 9-на тиклем Йомағужа һыуһаҡлағысынан һыу ебәреүҙең ике тапҡырҙан күберәккә артыуы көтөлә, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡтың ташҡынға ҡаршы комиссияһы. Һыуҙың Ағиҙел йылғаһының һыубаҫар туғайҙарына сығыуы, Ашҡаҙар һәм Стәрле йылғаларында һыу кимәленең артыуы ихтимал.

Ҡала властары был йылғалар буйҙарында йәшәүсе кешеләрҙе һыуҙың күтәрелеүенә һәм уның ярҙарҙан сығыу ихтималлығына әҙер булырға саҡыра. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн даими рәүештә радио һәм телевизорҙарҙы ҡабыҙылған килеш тоторға кәрәк. Ҡала халҡынан йылға ярҙары буйында планлаштырылған ялды күсереп тороуҙары һорала: ул ғүмер өсөн хәүефле. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең телефондары 05, 2-000-45, кәрәҙле телефондарҙан 112; 25-12-68 (авария-ҡотҡарыу отряды).

темалар: ташҡын