3 декабрь, Шәмбе

30 апрель 2014 йыл, 9:52

Башҡортостан юлдары буйынса ҙур йөклө машиналарҙың апрелдәге сикләүҙәрен 10 майға тиклем оҙайттылар

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда 1 апрелдән 30-на тиклем билдәләнгән төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәтендәге автомобиль юлдары буйынса транспорт сараларының хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү 10 майға тиклем оҙайтылды. Ул күсәргә йөкләнеш билдәләнгән сиктән артҡан автомобиль транспорттарына ҡағыла. Тейешле бойороҡто дүшәмбе республика Хөкүмәте раҫланы.

Кәрәкле ваҡытлыса юл билдәләрен ҡуйыуға БР Юл хужалығы идаралығы яуаплы. Махсус рөхсәттәр биреү һәм килешеүҙәрҙе рәсмиләштереү менән Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты шөғөлләнә.

Быға оҡшаш сикләүҙәр Башҡортостанда йәй ҙә – көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан ашҡан осраҡта үҙ көсөндә буласаҡ. Бындай температура режимында ауыр йөк ташыусы машиналар төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәтендәге автомобиль юлдары буйынса тик 22.00-дән 10.00-гә тиклем йөрөй ала.