8 декабрь, Кесе йома

29 апрель 2014 йыл, 18:09

Рөстәм Хәмитов: «Авиатөҙөлөш – машина эшләүҙең иң юғары нөктәһе»

автор: Эльмира Сабирова

Өфөнән Симферополгә самолеттар был миҙгелдә уҡ оса башлаясаҡ. Был хаҡта дүшәмбе, 28 апрелдә, «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Билетҡа хаҡтар федераль Хөкүмәт тарафынан билдәләнәсәк. Дотациялар федераль бюджет иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ. Барып ҡайтыу өсөн билет алты-ете мең һумлап торорға тейеш, — тип аңлатты республика башлығы.

Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, «моғайын ул «Red Wings» компанияһы буласаҡ».

— Ул «Ту-214» тибындағы, 200-ләп пассажир һыйырлыҡ, самолет буласаҡ. Ул беҙҙең Рәсәй самолеты, — тине Башҡортостан Президенты. — Авиадвигателдәр, авиация технологиялары эшләүҙә белгес булараҡ шуны әйтә алам – был самолеттың планеры, бөгөн һауала осҡан бөтә самолеттар араһында, иң яҡшыһы. Летчиктар был машинаны ярата.

Рөстәм Хәмитов Ватанда сыҡҡан авиатөҙөлөштө өҫтөн күреүен белдерҙе.

— Сөнки авиатөҙөлөш – ул машина эшләүҙең һәм ерҙә кеше эшләгән бөтә нәмәнең иң юғары нөктәһе икәнлеген аңлайым. Һәм әгәр илебеҙ самолеттар эшләһә, тимәк, беҙ бик яҡшы кимәлдә торабыҙ. Ә былай Өфө моторҙар эшләүсе заводтың эше күп, беҙҙең предприятиелар күберәк үҙебеҙҙең самолеттарҙы эшләй башлар һәм беҙҙең барыһы ла яйға һалыныр тип ышанам.

Май аҙағында – июль башында Ҡырымдың Белогорск районына матбуғат туры планлаштырылған, тип өҫтәне Президент.