Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.53 ↑

EUR 69.33 ↓

25 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Июндә Ҡырымдың Белогорск районында Башҡортостан менән уртаҡ һабантуй үтәсәк

Мәҙәниәт

«Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһы барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостанға ниңә Ҡырым Республикаһының тап Белогорск районын беркетеүҙәре тураһында һорау бирҙеләр.

— Әлбиттә, Ҡырымдың райондарын көслө төбәктәр, йәки көслө етәкселәр эшләгән төбәктәргә беркеттеләр. Быны һеҙ үҙегеҙ кемдең кемгә беркетеү исемлеген ҡарап баһалай алаһығыҙ. Был өлөштә процедураның нисек ойошторолоуын белмәйем. Беҙгә фаразлауҙар буйынса эшләй алырлыҡ ике йәки өс районды атанылар. Һуңғы һөҙөмтәлә Белогорск районы Башҡортостан уның кураторы булһын өсөн көрәштә еңде.

— Һис шикһеҙ, ул аграр район, тышҡы ҡиәфәте буйынса беҙҙең Башҡортостанға оҡшаш – далалы, таулы өлөшө бар, беҙҙәге кеүек яҡшы үҫешкән ауыл хужалығы тармаҡтары бар, — тип аңлатты республика Президенты.

— Район халҡының 35 проценты – ҡырым татарҙары, ул 21 йәки 22 мең кеше тиерлек. Ҡырымда бөгөнгө көнгә килеп тыуған хәлде тулыһынса ҡабул итеү өлөшөндә ҡырым-татар халҡының билдәле бер мәсьәләләре булғанлығын беләһегеҙ. Әммә мин был мәсьәләне үҙемдә тойманым. Район мәжлесе етәкселәре, ҡырым-татар халҡы вәкилдәре менән аралаштым – тулыһынса яҡшы, изгелекле, аңлайышлы әңгәмә.

— Июндә Белогорск районында һабантуй үткәрергә килештек, — тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. — Ул ябай буласаҡ, ниндәйҙер фантастик булмаясаҡ – улай булыуы мөмкин дә түгел, сөнки уларҙа ла, беҙҙә лә ресурстар юҡ. Ҡырым Республикаһына беҙҙең коллективтар – художество үҙешмәкәр, профессиональ коллективтар барасаҡ. Концерттар, мөрәжәғәттәр буласаҡ, беҙҙең ижади союздар, йәмәғәт ойошмалары кимәлендә рәсми булмаған бәйләнештәр ойоштороласаҡ. Был ҙур эш, күп йылдарға эш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть