10 декабрь, Шәмбе

29 апрель 2014 йыл, 16:48

Республика башлығы «Кроношпан» предприятиеһының экологик хәүефһеҙлеген гарантияланы

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Андрей Старостин

— «Кроношпан» заводы иң юғары экологик талаптар буйынса төҙөләсәк, ул бик яҡшы һәм хәүефһеҙ, сәнәғәт заводтары тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәүҙең эталоны буласаҡ, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов 28 апрелдә үткән матбуғат конференцияһы барышында. БР Президенты журналистарҙы һәм йәмәғәтселекте Өфө районы халҡының борсолоу өсөн сәбәптәре юҡ тип ышандырҙы.

— Был предприятиеның төҙөлөш проекты дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған экспертизаларҙы, йәмәғәт-экологик тикшереүҙе үтте. Уларҙың йомғаҡтары буйынса ыңғай һөҙөмтәләр алынды. Бөтә документтарға нигеҙләнеп, Өфө районы төҙөлөштө башларға ҡарар ҡабул итте. Бөгөн киләсәк заводтың майҙансығында юл һалыу буйынса эштәр алып барыла, план буйынса предприятие 1-1,5 айҙан төҙөлә башлаясаҡ, — тип һөйләне төбәк башлығы.

Рөстәм Хәмитов яңы ағас эшкәртеү заводының өфөлөләр өсөн хәүефһеҙлеге һорауына яуап биреп, Өфөлә һәм баш ҡаланың эргәһендә бысраҡ, экологик камиллашмаған предприятие төҙөлмәйәсәк, тип өҫтәне.

— Мин шулай уҡ бөтә Өфө халҡы кеүек тирә-яҡ мөхиткә зыян булмауҙа ҡыҙыҡһынған кеше. Баш ҡаланың, Шаҡшаның, эргә тирәләге территорияларҙың халҡын ихтирам итәм һәм уларҙы алдарға хоҡуғым юҡ. Завод иң юғары экологик талаптарға ярашлы төҙөләсәк. Әгәр экологик ойошмалар талаптарҙың үтәлмәүен күрһә һәм вәғәҙәләр боҙолһа – теләһе ҡайһы ваҡытта завод төҙөлөшө туҡтатыласаҡ, — тине Президент.

Башҡортостан Президенты, «Кроношпан» предприятиеһы республиканың урман хужалығында тәртип урынлаштырыуҙа, яңы юғары түләүле эш урындары булдырыуҙа ярҙам итәсәк, тип билдәләне.