6 декабрь, Шишәмбе

29 апрель 2014 йыл, 16:08

Башҡортостан 20 йыл эсендә беренсе тапҡыр торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре буйынса Волга буйы федераль округында лидер булды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан 20 йыл эсендә беренсе тапҡыр торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре буйынса Волга буйы федераль округында лидер булды, 2013 йылда 2,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлдө. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 28 апрелдә Өфөлә йыл һайын уҙғарыла торған матбуғат конференцияһы барышында хәбәр итте.

— Беҙҙең бурыс – баҙарҙа ихтыяжға ҡарағанда тәҡдим күберәк булһын өсөн, шул саҡлы торлаҡ төҙөү, — тине Рөстәм Хәмитов, алданған өлөшсөлөр тураһында һорауға яуап биреп. — 2010 йылда Башҡортостанда өс мең самаһы алданған өлөшсөләр булды, беҙ бер нисә эре комплекстың мәсьәләләрен хәл итә алдыҡ, әлеге ваҡытта алданған өлөшсөләрҙең иҫәбе бер мең самаһы. «Ҡояшлы» биҫтәһе быйыл файҙаланыуға тапшырылыр тип ышанам. Беҙҙең алда 2015 йылға был мәсьәләне хәл итеү бурысы тора.

Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, алданған өлөшсөләр менән хәлдә бер нисә яҡ. Беренсе яҡтан – кешеләрҙе алдаштырыуға белеп барыусы алдаҡсылар, икенсе яҡтан, үҙ көстәрен артыҡ баһалаусы, «йорт төҙөү бер ни ҙә тормай, материалдар, төҙөүселәр бар, иң мөһиме — майҙансыҡ» тип уйлаусы килеп сыҡмаған эшҡыуарҙар. Хәйләле ысулдар менән ҡала властарынан майҙансыҡ алып, төҙөй башлағас һалырға белмәүҙәре лә, көрсөк башланыуы ла асыҡлана. Өсөнсө яҡтан, бер ҡатлы, ышанып барыусан кешеләр бар, улар гәзиттә яҙылғанға һәм телевизор буйынса күрһәткәнгә ышана.

— Граждандарға әйтәбеҙ – төҙөлөш компанияларын һайлағыҙ, документтарҙы өйрәнегеҙ, әммә кешеләрҙе яңылыштыралар, — тине Рөстәм Хәмитов. — Торлаҡ төҙөлөшө менән ҡыйынлыҡтар бар, тәү сиратта ул ер. Ул 10-15 йыл элек власта торған кешеләр араһында яңынан бүленгән. Был мәсьәлә әлегә тиклем хәл ителмәгән, был өлкәлә тәртип урынлаштыра башлаһаҡ «алыштар» башлана, тәртип урынлаштырырға теләүселәргә ҡаршы хоҡуҡ һаҡлау һәм тәбиғәтте һаҡлау структураларын йәлеп итеү – ергә, айырым ресурстарға, бәйләнештәргә эйә булған кешеләр был мөнәсәбәттәргә уларҙың йәлеп итеүен күрәбеҙ ҙә, беләбеҙ ҙә, аңлайбыҙ ҙа. Бынан тыш, беҙ коммуникацияларҙы үткәрергә тейеш – ул ҡиммәт. Өфөнөң үҙәк өлөшөнән ситтә торлаҡ төҙөргә мөмкин, йәнәш территорияларға сығыу варианттары бар. Үҙәктә бөтә нәмә бар – инфраструктура, транспорт, әммә буш майҙансыҡтар юҡ. Өсөнсө мәл – беҙҙең кешеләр аҙ аҡса ала: уртаса 21-22 мең һум, ә ауыл ерендә – 14 мең һум. Былар квадрат метрҙар алыу өсөн етмәй.