6 декабрь, Шишәмбе

29 апрель 2014 йыл, 15:12

Төбәк етәксеһе Башҡортостан Президенты кандидатына кәрәкле өс нигеҙҙе билдәләне

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

Рөстәм Хәмитов 28 апрелдә киләсәк республика Президенты һайлауҙарында үҙенең ҡатнашыу ниәте тураһында белдерҙе. Бындай ҡарарҙы ул, уның фекеренсә, һәр кандидатҡа кәрәкле өс нигеҙҙән сығып ҡабул итте, улар: халыҡтың ярҙамы, Рәсәй Президентының ярҙамы һәм дәғүә итеүсенең үҙенең кешеләр мәнфәғәтенә эшләргә теләге.

— Халыҡ республика етәксеһе булырға теләгән кешене хупларға тейеш. Йәки уны алдағы эше буйынса белергә, йәки был кешенең яҡшы уңыш тарихын, был тормошта ул нимәгәлер өлгәшкәнен белергә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Икенсе мотлаҡ шарт – ил Президентының ярҙамы, сөнки ил етәкселеге менән бындай үҙ-ара килешеп эш итеү булмаһа буласаҡ башлыҡ, ул ниндәй генә булмаһын, эшләй алмаясаҡ. Федераль власть органдары менән бындай үҙ-ара йоғонто яһау булырға тейеш. Өсөнсө – кешенең үҙенең теләге, ул үҙен шәхси сифаттары: ойоштороу, коммуникациялы мөмкинлектәре ҡарашынан баһаларға тейеш. Әгәр кеше был эште ысынлап-та үтәй алыуын күрһә, әгәр ул үҙ эшмәкәрлегенә яуаплы ҡараһа, әгәр республика етәксеһе урынын ул кешеләргә файҙа килтереү яғынан баһалаһа, ә үҙ кеҫәләрен байытыуҙан түгел, ул саҡта, әлбиттә, был яҡшы аргумент.

Республика башлығы, был бөтә өс ҡәтғи мөһим сифат тап килгәндә кеше Президентҡа һайланыуға хоҡуҡлы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Кешеләрҙең дөйөм һәм тотош алғанда ярҙамы бар, быны социологик һорау алыуҙар, кешеләр менән осрашыуҙар күрһәтә. Ил Президенты менән беҙҙең яҡшы эш мөнәсәбәттәре. Өсөнсөнән, ошо йылдар эсендә кәрәкле эш тәжрибәһен туплағанымды аңлайым, республиканың ауыртҡан урындарын беләм һәм аңлайым. Нисек күп мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәклеген беләм һәм аңлайым. Беренсе, икенсе йылдарҙа эшләгәндә, нимәнелер тиҙерәк эшләп булыр кеүек тойолған ҡайһы бер тәьҫораттарымдан арындым. Әлбиттә, юҡ. Бынан тыш, бер нисә эре объектты башланыҡ, уларҙы тамамларға һәм, бәлки, тиҙерәк дауам итергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ лайыҡлы ярышташтар көтөүөн билдәләне.