4 декабрь, Йәкшәмбе

28 апрель 2014 йыл, 18:59

Республика башлығы «Россия 24» телеканалы эфирында сығыш яһаны

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Россия 24» телеканалы эфирында «Иҡтисад яңылыҡтары» тапшырыуының алып барыусыһы һорауҙарына яуап бирҙе. Республика башлығы Рәсәйгә ҡаршы иҡтисади санкциялар индереүгә ҡағылышлы үҙ фекерен белдерҙе, нефть-химия тармағының үҫеш перспективалары, төбәктә бизнес алып барыу шарттары, агросәнәғәт секторындағы хәл, Ҡырым Республикаһы менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙәр, атап әйткәндә, Башҡортостан шефлыҡҡа алған Белогорск районы тураһында һөйләне.

Тулыраҡ интервью республика Президентының рәсми сайтында баҫылған.